11:18 (UTC+5), 07 Сентября 2012

Төбәктә йәш журналистар фестивале үтәсәк

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың йәш журналистары фестивале 13-14 сентябрҙә республиканың Иглин районында үтә. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән фестиваль программаһында Ҡазан дәүләт университеты, Мәскәү матбуғат университеты, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» вәкилдәренән оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ журналистар өсөн ике конкурс ойошторола. «Сәйер кеше» тип аталған бәйгелә ҡатнашыу өсөн 10 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы, 13, 414-се бүлмә адресы буйынса урынлашҡан БР Журналистар союзына ҡыҙыҡлы кешеләр тураһында материал ебәрергә кәрәк. «Район-ара ижади берләшмә презентацияһы» исемле конкурста ҡатнашыу өсөн журналистарға был ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә бәйле фотоһүрәттәр алып килеү зарур.
Һәр редакция фестивалгә 35 йәшкә тиклемге бер журналисты ебәрә ала, тип хәбәр иттеләр республиканың Журналистар союзынан.
Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт http://сжрб.рф/ сайтында урынлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика