16:15 (UTC+5), 06 Сентября 2012

Шаран районында күп балалы ғаилә «ГАЗель» микроавтобусы алды

Раил Мусин, Әлим Фәйезов
Шаран районының Мичуринск ауылында йәшәгән Миңлевәлиевтар ғаиләһе 9 бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу быйыл һөнәрселек училищеһын тамамлаған, игеҙәктәр Әҙилә менән Айнур 7-се класҡа барған. Айгиз исемле улдары – 5-се класта, Ранис менән Регина 2-се класта белем ала, ә кескәй Лиана бала баҡсаһына йөрөй. Бәләкәстәр Рәнил менән Рәсил әсәләре менән өйҙә ултыра.
Ошо көндәрҙә ғаиләлә ҡыуаныслы ваҡиға булды – Рәсим менән Гөлнара Миңлевәлиевтар район хакимиәте хәстәрлеге менә бушлай «ГАЗель» микроавтобусы алды.
— Республика етәкселегенә күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрһәткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - тине ғаилә башлығы. – Бүләк алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Хәҙер балалар менән уларҙың олатай-өләсәйҙәренә, туғандарға, район үҙәгенә, ҡалаға һәм тәбиғәткә ял итергә сыға алабыҙ.
Элегерәк, 2008 йылда, Шаран ауылында йәшәгән Әхмәтвәлиевтар ғаиләһе шулай уҡ «ГАЗель» микроавтобусы алғайны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика