13:46 (UTC+5), 06 Сентября 2012

Республикала Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр билдәләнде

Любовь Колоколова
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар тапшырыу буйынса комиссия тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап сыҡты. Һөҙөмтәлә түбәндәге туғыҙ кеше конкурста ҡатнашыуға тәҡдим ителде:
Зөһрә Арсаева - «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы эфирында сыҡҡан «Башҡортостанда эшләнгән», «Йәнтөйәк» һәм «Хәбәрсе яҙмалары» тапшырыуҙары өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма – Асҡын районы муниципаль район Советы президиумы.
Альбина Ғөбәйҙуллина - «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылып сыҡҡан ғаилә мәсьәләләренә арналған мәҡәләләре өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы.
Андрей Линдер - «Мәсетле тормошо» гәзитендә баҫылып сыҡҡан социаль тематикалы фотоматериалдары өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Беҙҙең томош» редакция-нәшриәт комплексы.
Даян Мәжитов — «Башҡортостан» гәзитендә даими рәүештә баҫтырыла килгән «Аҙна ҡаҙнаһы», «Иҡтисади күҙәтеү» рубрикалары һәм «Башҡорт донъяһы» махсус сығарылышы өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Башҡортостан» гәзите редакцияһы.
Мәүлиә Рәхимова - «Учалинская газета» баҫмаһында донъя күргән инвестицион, инновацион һәм торлаҡ сәйәсәте, территорияны социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләр шәлкеме өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Учалинская газета» редакцияһы.
Рәзифә Сәхәпова һәм Илдус Тимерханов - «Базы буе бодрэ тал» («Базы буйы бөҙрә тал») китабы өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге» редакция-нәшриәт комплексы.
Зөфәр Толомғужин - «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» китабы өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Салауат» гәзите редакцияһы.
Мәхмүт Хужин - «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан социаль тематиканы, мөһим ижтимағи ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан материалдары өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Ағиҙел» журналы редакцияһы.
Дамир Шәрәфетдинов – республика гәзиттәрендә һәм журналдарында, шулай уҡ интернетта донъя күргән граждандар именлеге һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, Башҡортостанды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы мәҡәләләр шәлкеме өсөн. Тәҡдим итеүсе ойошма - «Аманат» журналы редакцияһы.
Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар тапшырыу буйынса комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым журналистарҙы дәғүәселәрҙең эштәре буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Материалдарҙы 1 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, 1007-се офис (йәки 4 ҡат, 414-се бүлмә) адресы буйынса Башҡортостан Журналистар союзына ебәрергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика