05:39 (UTC+5), 06 Сентября 2012

Башҡортостан паралимпиясылары Лондонда 13 миҙал яулап өлгөрҙө

Дмитрий Слезин
Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары Алексей Лабзин һәм Андрей Коптев (Башҡортостан физик культура институты), шулай уҡ Евгений Кегелев һәм Федор Триколач Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында Т11/13 категорияларында 4х100 метрлыҡ дистанцияла йүгереү буйынса чемпиондар булды. Улар Паралимпия уйындары рекордын ҡуйҙы - 42,66 секунд.
Икенсе урында – Ҡытай спортсылары, өсөнсөлә – Әзербайжан командаһы.
Шулай итеп, Коптев менән Лабзин Башҡортостандың «алтын запасын» ун миҙалға еткерҙе: йөҙөүселәр Оксана Савченко – 4 миҙал, Александр Неволин-Светов – ике, еңел атлеттар Алексей Лабзин – ике, Елена Паутова, Андрей Коптев һәм Анастасия Овсянникова – берәр алтын миҙал яуланы. Бынан тыш, Неволин-Световта – ике, Анна Сорокинала бер «көмөш» бар. Йәмғеһе – 13 миҙал. Пекинда үткән Паралимпия уйындарында улар туғыҙ ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика