Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2012, 13:35
Төбәктә 4 сентябрҙән граждандарҙы яҡлау айлығы үткәрелә
Бөгөн, 4 сентябрҙә, Башҡортостанда граждандарҙы яҡлау айлығы старт алды. Уның сиктәрендә төрлө саралар үткәреләсәк.
—Ағымдағы йылдың 4 сентябренән алып 4 октябренә тиклем республикала иң яҡшы уҡытыу-консультация пунктына һәм граждандар оборонаһы буйынса иң яҡшы курстарға смотр-конкурстар үтәсәк. Ә төбәктең муниципаль берәмектәре «Халыҡтың имен йәшәйешен тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы урындағы үҙидара органы» исеме өсөн көс һынашасаҡ, - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.
Мәғариф һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында хәбәр итеү һәм эвакуация буйынса тренировкалар, хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса практик күнекмәләр, шулай уҡ йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса викториналар һәм ярыштар планлаштырылған. Сараларҙа профессиональ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр ҡатнашасаҡ.
Белем биреү учреждениеларынан тыш, айлыҡта ҙур сәнәғәт предприятиелары ла ҡатнашасаҡ. Уларҙа ла йәшәйеш именлегенә бәйле төрлө саралар үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
халыҡ именлеге
Читайте нас