Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.53
-0.26
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2012, 10:48

Оксана Савченко – биш тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы

Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко сираттағы еңеүен яуланы.
Комплекслы йөҙөү буйынса 200 метрлыҡ дистанцияла Савченко 2:28,00 ваҡыт менән яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Икенсе урында – Әзербайжан спортсыһы Наталья Пронина, өсөнсөлә – Рәсәйҙән Дарья Стукалова.
Шулай уҡ ир-егеттәр араһында ошо уҡ дисциплина буйынса ике миҙал бар. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Александр Неволин-Светов 2:14,45 ваҡыт күрһәтеп, 2012 йылғы Паралимпиадала «көмөш» яуланы, Сергей Пунько 2:14,83 ваҡыт менән «бронза»ға лайыҡ булды.
Шулай итеп, Башҡортостан вәкилдәре әлегә дүрт миҙал яуланы: Савченкола – ике «алтын», Неволин-Световта - «көмөш», еңел атлетсы Лабзинда – алтын миҙал.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: