05:49 (UTC+5), 04 Сентября 2012

Өфөлә сираттағы һөт фестивале үтәсәк

Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков
Өфөлә 8 сентябрҙә Ленин исемендәге майҙанда икенсе «Һөт иле–2012» бөтә Рәсәй фестивале үтә. Был хаҡта 3 сентябрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев һөйләне. Шулай уҡ сарала республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов һәм фестиваль директоры Елена Дубикова ҡатнашты.
Андрей Даниленко билдәләүенсә, һөт фестивале тарихы әлегә ҙур түгел: 2009 йылда Мәскәүҙә ул Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән. Тик ул ваҡытта сара ғәҙәти йәрминкә кеүек үткән. Ә тәүге ысын фестиваль былтыр Өфөлә ойошторолдо.
– Бындай ҙур сараны үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы ғына һайланманы – һөт етештереү буйынса ул Рәсәйҙә беренсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта, бөгөн был файҙалы эсемлекте ҡулланыу буйынса күрһәткестәр юғары түгел. Элегерәк илдә бер кеше йылына 390 килограмға тиклем һөт эсһә, хәҙер иһә был һан 230 килограмм тәшкил итә. Шуға күрә элекке традицияларҙы ҡайтарыу фестивалдең төп маҡсаты булып тора. Сараның ғаилә байрамына әүерелеүен теләйбеҙ, - тине Андрей Даниленко.
– Быйыл фестивалдә 30-ҙан ашыу һөт аҙыҡтарын етештереүсе ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ милли эсемлек – ҡымыҙ ҙа тәҡдим ителәсәк. Өфөлөләр барлыҡ продукцияны тәмләп ҡарап, оҡшағандарын сағыштырмаса арзан хаҡҡа йәрминкәлә һатып ала аласаҡ. Етештереүселәр өсөн фестиваль яңы бренд менән таныштырыу һәм баҙарҙа үҙ урыныңды нығытыу мөмкинлеген бирә, - тип аңлатты Николай Коваленко.
Марат Ғәлиуллин баш ҡала халҡын сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм ҡала хеҙмәттәренең байрамды үткәреүгә тулыһынса әҙер булыуын билдәләне.
Азат Фазлыев, ауыл халҡының, шул иҫәптән малсылыҡ өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәте еңелдән түгел, тип билдәләне.
– Фестиваль фермерҙарға рәхмәт әйтеү өсөн мөмкинлек бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамға барыһы ла килә алмай, шуға күрә киләсәктә сараның географияһын киңәйтеп, уны Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарында ла үткәрергә планлаштырабыҙ, - тип хәбәр итте Азат Фазлыев.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика