Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2012, 15:34
Александр Григорьев «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһенә лайыҡ булды
Башҡортостан Президенты Указы менән БР Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Григорьев «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән наградланды.
Александр Григорьев
Өфөлә тыуған. 9 сентябрҙә уға 60 йәш тула. Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң, 2-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәге электромонтерынан башлап Өфөнөң Октябрь районы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә.
Төрлө йылдарҙа БАССР Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, БР Министрҙар Кабинетының эштәр менән идара итеүсеһе урынбаҫары булып эшләй.
2002 йылдан БР Министрҙар Кабинеты Аппараты етәксеһе урынбаҫары, БР Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе менән наградланған.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
бр президенты указдары
наградалар
Читайте нас