12:13 (UTC+5), 04 Сентября 2012

2013 йылдың 1 мартынан федераль власть органдары электрон документтар ҡабул итә башлаясаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
2013 йылдың 1 мартынан Рәсәй Хөкүмәте электрон документтар ҙа ҡабул итә башлаясаҡ. РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән индерелгән төҙәтмәләр РФ Хөкүмәте ултырышында раҫланды. Төҙәтмәләр федераль власть органдары системаһының документтар менән эшләү процедуралары йәһәтенән эшмәкәрлеген ойоштороуға ҡағыла.
— Бығаса документтар ҡағыҙҙа һәм министрҙарҙың йәки уларҙың урынбаҫарҙарының ҡултамғаһы менән генә ҡабул ителде. 2013 йылдың 1 мартынан документты ҡағыҙҙа ғына түгел, ә махсус электрон ҡултамға менән электрон вариантта ла тапшырырға мөмкин буласаҡ, - тип хәбәр ителә Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы сайтында.
Хөкүмәт эшмәкәрлеген регламентлаған норматив акттарҙа ҡағыҙ документтар урынына уларҙың электрон варианттарын ҡулланыу мәсьәләләре тәүгә сағылдырыла. Был федераль башҡарма власть органдарына электрон документтар әйләнешенә эҙмә-эҙлекле күсергә нигеҙ булдыра, тип билдәләйҙәр Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика