Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2012, 11:49
Иглин районында ирекле көрәш менән шөғөлләнеү өсөн яңы зал асыласаҡ
1 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районының Сыуаш-Ҡыбау урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Биш йыл элек был уҡыу йортонда Олимпия уйындарының бронза призеры Сергей Корнилаев башланғысы менән ирекле көрәш буйына спорт секцияһы асылғайны. Был ваҡыт эсендә мәктәптә бихисап һәләтле спортсылар әҙерләнде, улар үҙҙәрен Рәсәй һәм донъя кимәлендә күрһәтеп өлгөрҙө.
Республика башлығы балалар менән осрашып, уларға бүләктәр тапшырҙы. Иглин көрәшселәренең юғары ҡаҙаныштары иғтибарһыҙ ҡалманы – Башҡортостан Президенты ирекле көрәш менән шөғөлләнеү өсөн айырым яңы зал төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Иглин районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов мәктәп музейында булды, уҡыу бүлмәләрен ҡарап сыҡты. Сыуаш теле класында уҡытыусылар Президентҡа телде өйрәнеү өсөн методик әсбаптар етешмәүе хаҡында әйтте. Төбәк башлығы республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа Сыуашстан Республикаһынан хеҙмәттәштәр менән бәйләнешкә сығып, уларҙан кәрәкле әҙәбиәт алырға һәм, уларҙы ишәйтеп, барлыҡ сыуаш мәктәптәренә таратырға ҡушты. Бындай мәктәптәр Иглинда ғына түгел, Йәрмәкәй, Ауырғазы һәм башҡа райондарҙа ла бар. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов класҡа заманса мультимедиа ҡорамалы бүләк итте.
Иглин районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Көршәк ауылында ла булды, унда урындағы халыҡ менән аралашты. Улар республика башлығына ауылда газ һәм һыу булмауы хаҡында әйтте. Ҡоролоҡ йылдарынан һуң ҡоҙоҡтарҙа һыу юҡ кимәлдә тиерлек. Һыуҙы йылғанан ташыйҙар, ә эсер өсөн уны район үҙәгенән һатып алалар. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү өсөн тейешле күрһәтмәләр бирәсәге хаҡында әйтте.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
бр президенты сәфәрҙәре
рөстәм хәмитов
мәғариф
спорт
Читайте нас: