08:29 (UTC+5), 30 Августа 2012

Артур Дәүләтбәков: «Йәш журналистар әҙерләү беренсе планға сыға»

Любовь Колоколова
Алдағы яҙҙа Өфөлә журналистика мәсьәләләре буйынса семинар үтәсәк, шулай уҡ Башҡортостанда йәш журналистар өсөн курстар ойоштороласаҡ, уларҙа күрше төбәктәрҙән дә хеҙмәттәштәребеҙ ҡатнаша ала. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков һөйләне. Ул республиканың баш ҡалаһында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн үткән ике көнлөк семинарға йомғаҡ яһаны.
Сарала Рәсәй Журналистар союзының бер юлы өс секретары - Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий, шулай уҡ Хорватия журналистары профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович ҡатнашты.
— Рәсәй Журналистар союзының бындай абруйлы делегацияһы беҙгә тәүгә килде, - тип билдәләне Артур Дәүләтбәков. – Беҙҙең һөнәри эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса конструктив һөйләшеү үтте. Ҡунаҡтарҙы республика киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге менән таныштырҙыҡ. Матбуғат йортонда үткән осрашыуҙа журналистиканың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Мәҫәлән, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Йомабикә Ильясова был өлкәлә гендер сәйәсәте, төбәктең ижтимағи тормошонда ҡатын-ҡыҙ роле мәсьәләләрен ҡуҙғатты. Күпселек етәкселәр һәм киң мәғлүмәт сараларының ижади хеҙмәткәрҙәре семинар барышында профессиональ кадрҙар, айырыуса йәш журналистар әҙерләү, журналистарҙың хоҡуҡи белемен арттырыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Европалағы хеҙмәттәштәребеҙҙең тәжрибәһе хаҡында ишетеү файҙалы булды, улар араһынан Норвегия журналистарын айырып әйтергә булыр ине.
Артур Дәүләтбәков һүҙҙәренсә, Маринка Болковач-Беркович Башҡортостанда баҫма матбуғат баҙарындағы хәлде тикшереп, республика гәзит һәм журналдарына дәүләт тарафынан әлегәсә күрһәтелгән ярҙамға ыңғай баһа биргән. Хорватияла бөтә баҫмалар айырым кешеләр ҡулында, шуға күрә журналистарҙың хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән унда ҙур ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.
— Хеҙмәттәштәр менән аралашҡандан һуң, шундай һығымтаға килдем – булғандың ҡәҙерен белеп, заман талаптарына ярашлы артабан үҫешергә кәрәк, - тине Артур Дәүләтбәков.
Әйткәндәй, 2013 йылдың яҙында үтәсәк Рәсәй Журналистар союзының 10-сы съезына Башҡортостандан 30 делегат барасаҡ, тип хәбәр итте БР Журналистар союзы рәйесе. Был иң ҙур төбәк делегацияһы буласаҡ.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика