10:54 (UTC+5), 29 Августа 2012

Төбәктә VII «Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы» конкурсы үтә

Розалия Вәлиева
Төбәктә VII «Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы» республика конкурсының зона туры үтә. Унда 54 китапхана ҡатнаша, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының бүлек мөдире Галина Евтищенко.
Зона этаптарында еңеүселәр республика конкурсында ҡатнаша ала. Еңеүгә өлгәшеү өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре китапты киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү буйынса инновацион проект әҙерләргә тейеш, унда партнерҙар – йәмәғәт ойошмалары, мәктәптәр һәм бала баҡсалары ҡатнашһа, тағы ла яҡшыраҡ була.
Конкурста өс номинация билдәләнгән. Улар - «Мәңгелек китаптар» (яҙыусылар һәм шағирҙар ижады буйынса мәҡәләләр, әсбаптар, китаптар тәҡдим итеү); «Уҡыған ил уңыр» (халыҡ менән эшләү формаларына бәйле проекттар тәҡдим итеү); «Барыһы ла уҡый» (китапханаларҙың популярлығын арттырыуға булышлыҡ иткән идеялар менән бүлешеү).
— Конкурстан яңы идеялар, яңы тәжрибә көтәбеҙ, - тине Галина Евтищенко.
Башҡортостандың иң яҡшы китапханасылары исемдәре ноябрь аҙағында билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика