04:23 (UTC+5), 29 Августа 2012

Әлфис Ғаязов: Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре 1 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Был хаҡта «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.
— Уҡыу йылына әҙер булыу – комплекслы төшөнсә, - тип аңлатты ведомство башлығы. – Бер яҡтан, был мәктәп биналарының әҙер булыуы. Ағымдағы йылда дөйөм алғанда 795 мәктәпкә капиталь ремонт үткәреүгә федераль һәм шулай уҡ республика бюджеттарынан бүленгән 972 миллион һум аҡса тотонолдо.
Йәнә ике йүнәлеш – учреждениеларҙың матди-техник йәһәттән һәм кадрҙар менән тәьмин ителеүе. Министр билдәләүенсә, был йәһәттән дә проблемалар юҡ.
Шулай ҙа, Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, 1 сентябргә бөтә мәктәптәр ҙә асылмаясаҡ: алты объектта ремонт эштәре дауам итә, уларҙы 2012 йыл аҙағынаса тамамлау планлаштырыла.
Шул уҡ ваҡытта яңы уҡыу йылында 1666 мәктәп 439 мең уҡыусыны ҡабул итәсәк, уларҙан 43 800 бала мәктәпкә тәүгә бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика