Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2012, 18:36
Өфөлә ТӨРКСОЙ мәҙәниәт министрҙарының Даими советы ултырышы үтәсәк
ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы мәҙәниәт министрҙарының Даими советының ХХХ ултырышы Өфөлә 6-8 сентябрҙә үтә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына төбәктең Мәҙәниәт министрлығынан.
Ултырышта ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәр - Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркиә, Төркмәнстандың мәҙәниәт министрҙары, шулай уҡ Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Саха-Якутия, Хакасия һәм Молдова вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Мәҙәниәт министрҙары ТӨРКСОЙ ойошмаһының үткән осорға эшмәкәрлеге тураһындағы отчет тикшереп, киләһе осорға эш программаһы раҫлаясаҡ. Сираттағы ултырыштың рәйесе булып Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры, ваҡытлыса ТӨРКСОЙ координаторы Эртугрул Гюнай сығыш яһай.
Сарала ҡатнашыусылар V «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален асыу тантанаһында, шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филалогияһы факультеты нигеҙендә ТӨРКСОЙ кафедраһын асыу тантанаһында буласаҡ.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
төрксой
Читайте нас