Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2012, 15:18
Беренсе «Ситтән тороп уҡытыуҙа сиктәр юҡ» асыҡ конкурсы иғлан ителде
«ЭкоПро» халыҡ-ара институты һәм «Минең университетым» мәғариф порталы I асыҡ дистанцион курстар конкурсын үткәрергә тәҡдим итте. Ул ситтән тороп белем биреү технологиялары ярҙамында кәртәләре булмаған үҫтереү һәм белем биреү мөхитен булдырыу аша уҡыусыларҙың төп компетентлыҡтарын һөҙөмтәле формалаштырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.
Бәйгелә бала баҡсаһы, мәктәп, шулай уҡ башланғыс, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениелары, коррекцион мәғариф учреждениелары, балаларға һәм өлкәндәргә өҫтәмә белем биреү учреждениелары, психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәктәре, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү учреждениелары белгестәре ҡатнаша ала. Заявкалар 15 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт «Минең университетым» мәғариф порталы
сайтында
урынлаштырылған.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
ситтән тороп белем биреү
конкурстар
Читайте нас