10:36 (UTC+5), 27 Августа 2012

Өфөлә 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының тәүге дөйөм ҡала презентацияһы үтте

Дмитрий Слезин | фото: Рената Байғужина
Көн элгәре Өфөнөң Ленин урамында «Сәскәләр Арбаты» дөйөм ҡала байрамы сиктәрендә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының тәүге презентацияһы үтте. Ярыштар Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән алып 3 мартына тиклем үтә.
— Бөгөн ҡалала VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әүҙем әҙерлек бара, - тине Халыҡ-ара балалар уйындары-2013 Дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов. – Ярыштарҙа ҡатнашыусы илдәргә саҡырыу ҡағыҙҙары таратылды, ҡайһы берәүҙәре заявкаларын ебәрҙе лә инде. Әйткәндәй, заявкалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ уйындарға бәйле башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡарала. Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайтында (www.icg-ufa2013.com) волонтерҙарҙы йәлеп итеү буйынса акция дауам итә.
«Сәскәләр Арбаты» байрамын һәм Халыҡ-ара балалар уйындары презентацияһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡараны.
Был көндө байрамға килгәндәр Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми флагы тарихы хаҡында белде. Презентация 185 һаны билдәһе аҫтында үтте. Ярыштар башланыуға тап шуның сама көн ҡалды.
«Каруанһарай» алдындағы майҙанда Өфөнөң спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнгән уҡыусылар тамашасыларға күрһәтмә сығыштарын тәҡдим итте. Фехтование буйынса оҫталыҡ дәресе сиктәрендә йәш тамашасылар был спорт төрөндә үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Шулай уҡ теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған спорт мәктәбенә яҙыла алды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика