Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2012, 15:30
Баш ҡалала Рәсәй киноһы көнөндә «Башҡортостан» студияһы фильмдары күрһәтеләсәк
27 августа Рәсәй киноһы көнө билдәләнә. 1919 йылдың 27 авгусында В.И.Ленин кинематографты национализациялау тураһындағы Декретҡа ҡул ҡуя, шуға күрә СССР-ҙа, ә аҙаҡтан Рәсәйҙә лә был көн киноиндустрияға бәйле кешеләр өсөн байрамға әүерелә. Тәүге киносеанс Парижда 1895 йылда үтә. Рәсәйҙә иһә тәүге фильм - «Понизовая вольница» — экрандарға 1908 йылдың октябрендә сыға. Ул ни бары 7 минут дауам итә. Ә инде 1925 йылда «Броненосец Потемкин» тигән илдең тәүге төҫлө киноһы донъя күрә.
Республика кинематографтары ла был байрамды билдәләйәсәк: 18 сәғәттә «Родина» кинотеатрында кино эшмәкәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтә, «Башҡортостан» киностудияһы фильмдары күрһәтеләсәк, уларҙың авторҙары менән аралашыу ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 22 сәғәттән таңғы 6-ға тиклем бында «Башҡортостан киноһы төнө» үтә. Шул уҡ көнгә «Башҡортостан» киностудияһы тәҡдим иткән яңы эштең – Таңсулпан Бураҡаеваның «Кәләш алам!» ҡыҫҡа метражлы фильмының презентацияһы планлаштырылған.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
рәсәй киноһы көнө
Читайте нас