12:55 (UTC+5), 24 Августа 2012

Республиканың ҡала һәм райондарында мәғариф буйынса август кәңәшмәләре үтә

Әлим Фәйезов
Ошо көндәрҙә республиканың ҡала һәм райондарында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре үтә. Уларҙа алдағы уҡыу йылына ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелә, иң яҡшы уҡытыусылар тәбрикләнә.
Бөгөн Белорет районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе Белорет ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында үтте. Уҡытыусылар үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.
Сарала Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радмир Ғәниев, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры ярҙамсыһы Сергей Лысов, район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләренә туҡталды.
— Белорет районында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратта 3-7 йәштәрҙәге меңдән ашыу бала тора, был райондағы дөйөм балалар һанының 12,8 процентын тәшкил итә. Шуға күрә был беҙҙең өсөн актуаль мәсьәлә, - тине Владислав Миронов. Уның билдәләүенсә, әлеге ваҡытта был проблеманы хәл итеүҙә ыңғай күренештәр күҙәтелә. Белорет өсөн юбилейлы йылда ҡала халҡы 220 урынға иҫәпләнгән яңы бала баҡсаһын бүләккә алды. Бынан тыш, Белоретта бөгөн 220 урынлыҡ тағы бер бала баҡсаһы төҙөлә, Абҙаҡ һәм Инйәр ауылдарында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын проектлау башланған. Шулай уҡ, район хакимиәте етәксеһе фекеренсә, дәүләткә ҡарамаған шәхси бала баҡсаларын төҙөү кеүек йүнәлеште лә үҫтерергә кәрәк, сөнки үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, ата-әсәләр мәктәпкәсә йәштәге балаларын бындай учреждениеларға йөрөтөргә әҙер.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, яңы методикалар буйынса эшләгән ҙур мәктәптәр төҙөү төбәктә белем биреү системаһын үҫтереү мөмкинлектәренең береһе булып тора, тип иҫәпләй район башлығы.
Форум барышында шулай уҡ белем биреү объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, һәләтле һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү, «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф инициативаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмә аҙағында Белорет ҡалаһы һәм районының иң яҡшы педагогтары Рәсәй һәм республика наградалары менән билдәләнде.
Бөгөн мәғариф буйынса август кәңәшмәһе Йылайыр районында ла үтте. Ул «Белем биреү сифаты менән идара итеү механизмдарын камиллаштырыу: шарттар булдырыу һәм һөҙөмтәләргә ирешеү» темаһына үткәрелде.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, район башлығы Илгиз Фәтҡуллин, БР Мәғариф министрлығының баш белгесе Фәриҙә Әхмәрова, мәғариф учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар, урындағы уҙидара органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, эшҡыуарлыҡ учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Люция Кәримова.
Ултырышта мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, яңы пландар билдәләнде. Сара аҙағында иң яҡшы педагогтарға Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының, район хакимиәтенең Почет грамоталары, «РФ дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре» билдәләре тапшырылды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика