04:55 (UTC+5), 24 Август 2012

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостанда юғары ҡаҙаныштар спорты булырға тейеш

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 23 августа Лондонда XXX Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты. Осрашыуҙа еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Григорий Андреев, йөҙөү буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Антон Анчин, фехтование буйынса спорт мастеры Артур Әхмәтхужин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Елена Савельева һәм еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Лилиә Шобухова булды.
— Барыһы ла планға ярашлы килеп сыҡмаһа ла, сығыштар тәжрибәһенән һығымта яһарға кәрәк. Хаталарҙы танып, тикшереп, алға табан барасаҡбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент билдәләүенсә, юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтергәндә яйға һалынған система кәрәк – финанслау, инфраструктура, тренерҙар составы.
— Һуға торған спорт төрҙәре, еңел атлетика, йөҙөү, фехтованиены үҫтереү зарур, Олимпия уйындарына индерелгән барлыҡ спорт төрҙәре буйынса иң яҡшылары булып булмаясаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, тәү сиратта тренировкалар үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк.
— Республикала юғары ҡаҙаныштар спорты юҡ, барыһы ла тарҡалған килеш. Беҙҙең спортсылар тренировкалар үткәреп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алһын өсөн, средстволар һәм мөмкинлектәр табыу зарур. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының яңы урынбаҫары, тәжрибәле спортсы Павел Мөслимов хәлде яйға һала алыр, тип ышанам, - тине Башҡортостан Президенты.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика