07:36 (UTC+5), 24 Августа 2012

Өфө - «Етемдәрһеҙ ҡала» бөтә Рәсәй конкурсы буйынса онлайн-тауыш биреүҙә лидерҙар иҫәбендә

Эльмира Сабирова
«Етемдәрһеҙ ҡала» өсөн тауыш биреү дауам итә. 24 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Өфө был рейтингта икенсе урында килә. Ҡала 1316 тауыш йыйып, Ступиноны ҡыуып етеп килә, ул 1452 тауыш менән беренсе урынды биләй.
«Етемдәрһеҙ ҡала» бөтә Рәсәй конкурсының девизы - «Һәр балаға – йылы өй». Унда Рәсәй Федерацияһының 57 субъектынан 150 ҡала ҡатнаша. Ойоштороусылар булып Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы менән берлектә Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды сығыш яһай. Социаль етемлекте иҫкәртеү, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора.
Тауыш биреү 2012 йылдың 1 ноябренә тиклем дауам итә. Тауыш биреү «Я-родитель» порталында үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика