10:19 (UTC+5), 24 Августа 2012

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары 980 мең һумлыҡ федераль грантҡа эйә булды

Эльмира Сабирова
Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары 2009-2013 йылдарға «Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә гранттар биреүгә конкурста еңеп сыҡты.
Филология фәндәре докторы, рус филологияһы кафедраһы профессоры, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Флүзә Фәтҡуллина етәкселегендәге проект 980 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Йүнәлеше - «Филология фәндәре һәм сәнғәт фәне өлкәләрендә фән докторҙары етәкселеге аҫтында ғалимдар төркөмдәре менән үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәргә ярҙам». Был хаҡта Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.
«Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» программаһы ғилми-белем биреү үҙәктәрендәге тикшеренеүҙәрҙе, Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары етәкселегендәге эштәрҙе, йәш ғалимдар һәм аспиранттар менән үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙе финанслауға йүнәлтелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика