Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
05:43 (UTC+5), 23 Август 2012

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда волейбол киң таралған спорт төрө булырға тейеш»

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
Башҡортостанда волейбол киң таралған спорт төрө булырға тейеш, тип иҫәпләй республика Президенты Рөстәм Хәмитов. Был хаҡта ул шаршамбы, 22 августа, Өфөнөң «Урал» һәм «Уфимочка» волейбол клубтары уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашыуҙа әйтте.
– Был спорт төрө Рәсәйҙә үҫеш ала, был хаҡта илдең ирҙәр йыйылма командаһының Лондонда үткән Олимпия уйындарындағы еңеүе һөйләй, - тине республика башлығы. – Волейбол тәү ҡармаҡҡа ғына еңел спорт төрө күренә, ул оҫталыҡ һәм ғәйәт күп көс талап итә. Беҙҙең Өфө командалары яҡшы уйнай, әммә беҙгә һөҙөмтәләр һәм призлы урындар кәрәк. Башҡортостан волейболын үҫтереү өсөн республика етәкселеге средстволар эҙләйәсәк.
— «Урал» волейбол клубында тренерлыҡ эшен дауам итеү минең өсөн оло хөрмәт, - тине клубтың баш тренеры Фригони Анджиолино. – Алдағы уйын миҙгеле ауыр буласаҡ, донъя кимәлендәге спротсылар менән уйнарға тура киләсәк. Тренировкаларға ваҡыт ҡалмаясаҡ та тиерлек. Әммә быға ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешербеҙ, тип ышанабыҙ.
«Уфимочка» командаһының баш тренеры Андрей Подкопаев тренировкалар үткәреү базалары, шул иҫәптән волейбол өсөн өс мең кешегә иҫәпләнгән Спорт һарайы кәрәклеге хаҡында әйтте.
— Элек волейбол «Башкирэнерго» компанияһы ҡанаты аҫтында булды, - тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер ул айырым кешеләр ҡулына күсте. Әлеге ваҡытта клуб эшмәкәрлеген матди йәһәттән тәьмин итеүҙе дауам итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика бюджеты средстволары ғына етмәйәсәк. Командалары тик бюджет иҫәбенә генә матди йәһәттән тәьмин ителгән төбәктәр бар. Әммә Башҡортостанда төрлө спорт төрҙәре үҫтерелә, һәм улырҙың береһенә генә айырым иғтибар бүлеү дөрөҫ булмаҫ. Махсус һарай төҙөү өсөн 500 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ, федераль үҙәктең ярҙамынан тыш, мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ. Бәлки, беҙ финанслау өсөн спорт төрҙәрен кәметербеҙ, средстволарҙы ҡайһы берәүҙәрендә генә йүнәлтербеҙ. Олимпия уйындарына индерелгән барлыҡ спорт төрҙәрен үҫтереп булмаясаҡ. Әммә волейбол киң таралған һәм популяр спорт төрө булырға тейеш, - тигән фекерен белдерҙе республика башлығы.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика