11:54 (UTC+5), 23 Август 2012

Баш ҡалала «Туғанлыҡ» фестивале үтәсәк

Розалия Вәлиева
V «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале Өфөлә 6-13 сентябрҙә үтә. Сараны асыу тантанаһы 6 сентябрҙә 16 сәғәттә Конгресс-Холл алдындағы майҙанда башлана, тип хәбәр иттеләр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрынан.
Фестивалдә төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан 17 театр ҡатнашасаҡ, Башҡортостан театрҙары ла үҙ ижадын тәҡдим итәсәк. Спектаклдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Рус дәүләт академия театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ.
6 сентябрҙә 18 сәғәттә Конгресс-Холл сәхнәһендә Башҡорт дәүләт академия драма театры «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын күрһәтәсәк.
Фестивалдең икенсе көнөндә Өфө тамашасыларын М.Сеспель исемендәге Сыуашстан дәүләт йәш тамашасылар театры һәм Әзербайжан Республикаһының Гянджа дәүләт драма театры спектаклдәре көтә. Шул уҡ көндө М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры «Мәскәү – Васютки» спектаклен ҡуясаҡ. Бынан тыш, фестивалдә түбәндәге театрҙар үҙҙәренең ижадын тәҡдим итәсәк: А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры. Улар конкурстан тыш сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең республика исеменән берҙән-бер ҡатнашыусы - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сығыш яһаясаҡ. Был юлы театр Мостай Кәрим пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған «Ай тотолған төндә» трагедияһын тәҡдим итәсәк.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә танылған ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтәсәк. Педагог, актер һәм йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе фестивалдең икенсе көнөндә, 7 сентябрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика