Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2012, 13:03
Төбәктә Радио һәм телевидение музейы булдырыласаҡ
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы нигеҙендә Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы булдырыласаҡ. Унда телерадиопроизводство ҡомартҡыларын йыйыу, һаҡлау, тикшереү һәм музей ҡунаҡтарына күрһәтеү планлаштырыла.
Музейҙы ойоштороусылар элекке радиоалғыстар, телевизорҙар, уларҙың деталдәрен, радиотапшырыуҙар әҙерләгәндә файҙаланылған техник сараларҙы ҡабул итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, иҫке техниканы яңы аппаратураға алмаштырырға мөмкин. Әлегә музейҙа бер нисә элекке магнитофон, телевизор бар.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: музей булдырыу буйынса эш төркөмө - 8(347)292-59-89, телевидение студияһының ҡабул итеү бүлмәһе - 8(347)272-93-71, радиотапшырыуҙар студияһының ҡабул итеү бүлмәһе - 8(347)272-38-20. Һорауҙарҙы шулай уҡ shstrirb@tv-rb.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
радио музейы
Читайте нас