20:00 (UTC+5), 22 Августа 2012

Өфөлөләр Чечняла һәләк булған полиция хеҙмәткәрҙәрен һуңғы юлға оҙатты

Ольга Мортазина
22 августа Өфөлә Чечен Республикаһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған полиция капитаны Юрий Алексеев, полиция өлкән лейтенанты Илшат Ильясов, полиция прапорщигы Риф Абдуллин һәм полиция өлкән сержанты Ринат Мостафин менән хушлашыу үтте. 17 августа полиция хеҙмәткәрҙәре контроль-үткәреү пунктынан ҡайтып барышлай көслө ҡораллы һөжүмгә юлыға. Һөҙөмтәлә йыйылма отрядтың дүрт хеҙмәткәре һәләк була.
Көн элгәре хәрби-транспорт самолеты мәйеттәрҙе Өфөгә алып ҡайтты. Бөгөн «Динамо» стадионында хәрбиҙәр менән хушлашыу үтте. Улар менән хушлашырға һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ эске эштәр органдары, республика Хөкүмәте, мосоломан һәм православие руханиҙары вәкилдәре килде.
— Был афәтте аңлатыр өсөн һүҙҙәр табыу бик ҡыйын, - тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Хеҙмәткәрҙәр яҡшы әҙерлекле ине, үҙҙәренең бурысын аҙағынаса үтәне. Уларҙың балалары, дуҫтары ҡалды, беҙ ҡалдыҡ. Һәм беҙҙең бурыс – уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, республика был бурысты тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостан Президенты, Дәүләт Йыйылышы, Хөкүмәт исеменән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырға рөхсәт итегеҙ.
БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1995 йылдан алып Чечен Республикаһында хеҙмәт командировкаларында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының 5 меңдән ашыу хеҙмәткәре булған, был ваҡыт эсендә 20 кеше һәләк булған.
Һәр полиция хеҙмәткәре тыуған районында ерләнә. Юрий Алексеевты – Ҡалтасы районының Ҡалмыябаш ауылында, Илшат Ильясовты – Ғафури районының Үзбәк ауылында, Ринат Мостафинды – шул уҡ райондың Родина ауылында, Риф Абдуллинды Әлшәй районының Ярташлы ауылында һуңғы юлға оҙаттылар.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика