09:14 (UTC+5), 16 Августа 2012

Өфө VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрә

Эльмира Сабирова
VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы хеҙмәткәрҙәре ярыштарҙа ҡатнашасаҡ спортсыларға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрә башланы. Уйындар 2013 йылдың февралендә Өфөлә асыла. Баш ҡаланың Физкультура һәм спорт буйынса комитеты матбуғат секретары Рената Байғужина хәбәр итеүенсә, саҡырыу ҡағыҙҙарын донъяның 64 иленән 250 ҡала вәкилдәре аласаҡ. Теркәлеү 30 сентябргә тиклем дауам итә.
Уйындар дирекцияһы «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.
— Бында көн һайын төрлө йүнәлештәр буйынса эш пландары әҙерләнә. Улар иҫәбендә - ҡала ҡунаҡтарын һәм спортсыларҙы ҡаршылау, уларҙы урынлаштырыу, ашатыу, волонтерҙар хәрәкәтенең эшмәкәрлеген ойоштороу, Уйындарҙы мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү, сувенир продукцияһын әҙерләү, - тип хәбәр итте Рената Байғужина.
Беренсе рәсми эш кәңәшмәһе үткәрелде лә инде, унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
Дирекция етәксеһе, Өфөнөң Физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Сергей Степанов ойошма структураһы һәм уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
Бөгөнгө көнгә 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының төп судьялар коллегияһы һәм һәр спорт төрө буйынса коллегиялар составы раҫланған. Уларҙың составына республика һәм ҡала спорт мәктәптәре етәкселәре ингән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика