11:11 (UTC+5), 13 Августа 2012

Быйыл төбәктә 50 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Эльмира Сабирова
2012 йылда республикала һуңғы 25-35 йыл эсендә тәүгә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү буйынса масштаблы эш башланды. Быйыл Башҡортостанда 11 мең яңы урынға иҫәпләнгән 50 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был маҡсаттарға яҡынса 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был хаҡта Стәрлетамаҡта уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Былтыр бала баҡсаларын тығыҙлау, уларҙы ауыл ерендәге мәктәптәрҙең буш торған бүлмәләрендә асыу иҫәбенә беҙҙә 10 мең яңы урын булдырылды, - тип аныҡлыҡ индерҙе Рөстәм Хәмитов. – Был заманса, ҡиммәт бала баҡсалары. Ундағы бер урын беҙгә 500 меңдән алып бер миллион һумға төшә.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов шәхси бала баҡсалары системаһын үҫтерергә саҡырҙы.
— Бихисап район һәм ҡалалар ошо йүнәлештә эш алып бара – яңы шәхси учреждениелар аса. Унда 10-20 бала тәрбиәләнһә лә, был хеҙмәт ҙур һорау менән ҡуллана, ул да беҙгә кәрәк. Шуға күрә бергәләп алдағы ике-өс йылда был проблеманы, нигеҙҙә, хәл итәсәкбеҙ, - тине Президент.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов бөгөнгө көнгә уның юғары булмауын билдәләне.
— Беҙ алдыбыҙға йыл аҙағына эш хаҡын иҡтисад буйынса уртаса республика кимәленә еткереү бурысын ҡуябыҙ, - тине Президент.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика