05:36 (UTC+5), 10 Августа 2012

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары Лондондан әйләнеп ҡайтты

Ольга Мортазина
Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Лондонда Олимпия уйындарын ойоштороусылар саҡырыуы буйынса «Рус паркы» программаһында сығыш яһаны. Был ваҡиғаға арналған матбуғат конференцияһында бейеүселәр сит илгә сираттағы сәфәрҙән алған тәҫьораттары менән бүлеште. Графиктары бик тығыҙ булыу сәбәпле улар беҙҙең спортсыларҙың сығыштарын һәм, ғөмүмән, спорт ярыштарын ҡарай алмаған. «Быға ҡарамаҫтан, беҙҙең сығыштарҙың файҙаһы бар. Лондонға килгәнебеҙҙә, Рәсәй йыйылма командаһы 9-сы урында ине, ә хәҙер 5-селә», — тип шаяртты коллектив етәксеһе Рим Әбделмәнов. Дүрт көн дауамында артистар, башҡа ансамблдәрҙән үҙҙәренең хеҙмәттәштәре менән бер рәттән, Кенсингтон паркына килеүселәр өсөн бейегән. Унда Король ғаиләһе резиденцияһы урынлашҡан. «Сығыштарыбыҙҙы был һарайҙа йәшәүселәр ҙә күргән, тип әйттеләр беҙгә», — тине ансамбль администраторы Айһылыу Байғусҡарова.
— Августа беҙ бер нисә тапҡыр сит илгә сығасаҡбыҙ, - тип хәбәр итте ансамбль директоры Радик Шәрәфетдинов. – Төркөмдөң бер өлөшө әле Бразилияла, унда халыҡ-ара фестиваль үтә. 27 августа беҙ Берлинда, Германияла Рәсәй көндәрендә булырға тейешбеҙ. Сентябрь башында ансамбль Русский утрауына Азия – Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге саммитына юлланасаҡ.
— Башҡортостан буйынса гастролдәр октябргә билдәләнгән, ә 23-27 ноябрҙә Өфөлә ансамблде булдырыусы һәм иң танылған хореография номерҙары авторы Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Беҙҙең менән бергә концерттарҙа Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһаясаҡ, - тип вәғәҙәләне төркөмдөң художество етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика