12:40 (UTC+5), 09 Августа 2012

Әлфис Ғаязов: «Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер»

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың барлыҡ тиерлек мәктәптәре 1 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Был хаҡта «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.
— Дөйөм белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү буйынса комиссия 1 августан эшләй башланы. 15 авгусҡа мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерлекте тамамларға тейеш, - тип билдәләне ведомство башлығы. – Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 1666 мәктәп һәм 879 филиал эшләй. Йәй эсендә 641 мәктәптә - төрлө ауырлыҡтағы ремонт, 1016 мәктәптә ғәҙәттәге ремонт үткәрелде, 775 мәктәп өсөн ҡорамалдар һатып алынды.
Министр билдәләүенсә, дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһына ярашлы капиталь ремонтҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Мәктәпкәсә белем биреү системаһы буйынса ла эштәр әүҙем алып барыла. Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, быйыл 52 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә төбәктең белем биреү системаһы Рәсәй Федерацияһында иң ҙурҙарҙан һанала. Унда 865 мең кеше белем ала һәм тәрбиәләнә, 166 мең педагог һәм хеҙмәтләндереү персоналы эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика