Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2012, 11:49
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы төбәк-ара конкурстың махсус призына лайыҡ булды
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы XII «Яратам һине…» Төбәк-ара тыуған яҡ тураһында видеоклиптар конкурсының «Ватан яғымлылығы» номинацияһында еңеүсе тип танылды. Республиканың дәүләт телерадиокомпанияһы «Беҙҙең һайлау – бәлкәй Ватан» фондының попечителлек советы рәйесе Юрий Шафраниктың махсус призына лайыҡ булды.
Конкурс Төмән өлкәһендә үтте, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан. Унда бөтә илдән бер нисә тиҫтә телекомпания ҡатнашты. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы эше - «Байсауыл» видеоклибы диплом менән билдәләнде.
Жюри ағзалары Өфө видеоклибын иң профессиональ эштәрҙең береһе тип атаны.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
киң мәғлүмәт саралары
телевидение
конкурстар
Читайте нас