11:48 (UTC+5), 08 Август 2012

Евгений Семивеличенко: «Рим Хәсәнов Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ»

Любовь Колоколова
Әлеге ваҡытта «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында «Өфөнөң рәсми булмаған гимны авторы, композитор Рим Хәсәнов «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡмы?» тигән темаға һорау алыу үткәрә. Ошоға бәйле бөгөн онлайн-конференция барышында «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенконан «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә кандидатура тәҡдим итеү процедуралары хаҡында һораны.
— Композитор Рим Хәсәнов – ҡаланың лайыҡлы граждандарының береһе, һәм ул, әлбиттә, был исемгә лайыҡ, - тип үҙ фекерен әйтте Евгений Семивеличенко.
Рим Хәсәнов – «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс» кеүек популяр йырҙар авторы.
— Өфөнөң почетлы гражданы исеме бирелһен өсөн, коллектив менән ҡала Советына мөрәжәғәт итергә кәрәк, - тип аңлатты Евгений Семивеличенко. – Ҡала Советы президиумы бындай исем биреү тураһында хәстәрлек күрергә хоҡуҡлы. Рим Хәсәнов кеүек кеше, әлбиттә, бындай исемгә лайыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика