Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2012, 18:57

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы журналистарҙы «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестиваленә саҡыра

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестивале сиктәрендә журналистарҙың эштәрен ҡабул итеү башланды. Улар 5 октябргә тиклем республика бүлексәһендә ҡабул ителә. Фестиваль профессиональ ҡотҡарыусыларҙы һәм штаттан тыш хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән ябай кешеләрҙе йыя.
— Журналистар һәм фоторепортерҙар конкурсына йомғаҡ өс этапта (субъект, төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә) яһаласаҡ, - тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Марат Борханов. – Фестиваль тураһында положение менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы порталында һәм министрлыҡтың Башҡортостан буйынса Баш идаралығы сайтында танышырға була.
«Батырлыҡ йондоҙлоғо-2011» фестивалендә төбәк конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан Радиоһы, БЮТ телеканалы һәм «Вести — Башкортостан» тапшырыуы хәбәрселәре призлы урындар яулағайны, тип иҫкә төшөрә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы.
Автор: Ольга Мортазина
Читайте нас