Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2012, 17:02
Республиканың «Арғымаҡ» төркөмө «The Spirit of Tengri» фестивалендә ҡатнашасаҡ
«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө «The Spirit of Tengri» заманса этник музыка фестивалендә ҡатнашасаҡ. Мәҙәни сара Ҡаҙағстанда үткәрелә, тип хәбәр ителә
«Tengrinews»
сайтында.
Конкурстың беренсе этабы старт алды ла инде. Урындағы СТВ телеканалы эфирында видеояҙма күрһәтелә, тамашасылар
«Facebook»
социаль селтәренең рәсми битенә инеп уға баһа бирә ала.
Еңеүселәрҙе һайлау өс этапта үткәреләсәк: тамашасы баһаһы, хит-парад һәм этник музыка фестивале. Әлегә концертты 2013 йылдың майында үткәреү планлаштырыла.
Фестиваль этник мәҙәни традицияларҙы үҫтереү һәм популярлаштырыу, сарала ҡатнашыусы илдәрҙе мәҙәни йәһәттән берләштереү маҡсатында үткәрелә. Ойоштороусылар фестиваль сиктәрендә заманса стилдә фолк-музыка башҡарыусы музыканттар ижадын берләштерергә ниәтләй.
Сарала ҡатнашыуға заявкалар «Саинхо Намчылак» (Тыва Республикаһы), «Хангай» (Монголия) төркөмдәренән ҡабул ителгән. Ҡаҙағстан исеменән «Роксонаки», «Magic of Nomads», «Алдаспан» төркөмдәре һәм Асем исемле йырсы сығыш яһаясаҡ.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
"арғымаҡ" төркөмө
фестивалдәр
Читайте нас