Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2012, 16:33

«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары исемлегенә инде

«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары исемлеген тулыландырҙы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар Парижда «Кеше һәм биосфера» программаһының Халыҡ-ара координация советы ултырышында ҡабул ителде.
— «Башҡортостан Уралы» 345,7 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Уның составына федераль һәм республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары инә. Улар — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы, - тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
2012 йылда Бөтә донъя исемлеген тулыландырыусы биосфера ҡурсаулыҡтары иҫәбендә - Зальцбургер Лунгау – Кертнер Нокберге биосфера ҡурсаулығы (Австрия), Цзинганшань һәм Нюбэйлян биосфера ҡурсаулыҡтары (Ҡытай), Мура-Драва-Дунай биосфера ҡурсаулығы (Хорватия, Венгрия), Шека биосфера ҡурсаулығы (Эфиопия).
Әлеге ваҡытта Бөтә донъя исемлегенә 117 илдә урынлашҡан 599 объект инә.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында иҫәпләүҙәренсә, республикалағы был уникаль тәбиғи-мәҙәни комплексты әлеге исемлеккә индереү уны һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ. Бынан тыш, был Башҡортостандың ЮНЕСКО ойошмаһы менән артабан хеҙмәттәшлек итеүенә импульс бирәсәк.
Республикала «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын булдырыу буйынса эштәр 2011 йылда башланғайны. Ул ваҡытта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан»милли паркы тарафынан объектҡа «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты статусын биреүгә заявка әҙерләнгәйне.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: