06:25 (UTC+5), 30 Июля 2012

Үзбәкстан Башҡортостандың урман хужалығы өлкәһендәге тәжрибәһен өйрәнә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанға рәсми визит менән Үзбәкстан Республикаһының Ауыл һәм һыу хужалығы министрлығы делегацияһы килеп китте. Урман хужалығы өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу визиттың төп маҡсаты булып торҙо. Ҡунаҡтар араһында дәүләт власы органдары вәкилдәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре булды. Эш осрашыуы барышында дөйөм урман хужалығы буйынса мәсьәләләр, шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
— Йыл һайын беҙҙең республикала 10400 гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү саралары үткәрелә, - тип һөйләне БР урман хужалығы министры урынбаҫары Ришат Шәрәфиев.
Үзбәкстанда үҫентеләр насар ерләшкәнгә күрә (30 процент), ҡунаҡтар Башҡортостандағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды.
— Республиканың 100-ҙән ашыу урман питомнигында 100 миллионға яҡын үҫенте үҫтерелә. Беҙҙең тәжрибә һәм кадрҙар орлоҡ материалдарын һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көнгә яңы ултыртылған үҫентеләр 80 процентҡа үҙләшә, - тип аңлатты Ришат Шәрәфиев.
Ҡунаҡтар Өфөнөң лимонарийында һәм ауыл хужалығы техникумында булды, БР Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге һәм Йылайыр, Бөрйән райондарының дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ делегация урман питомниктарында булды.
— Йылы ҡаршы алғанығыҙ өсөн рәхмәт. Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ менән артабан урмандарҙы тергеҙеү өлкәһендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип ышанабыҙ, - тип билдәләне Үзбәкстан Республикаһының Министрҙар Кабинеты хеҙмәткәре Аслиддин Бозоров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика