11:22 (UTC+5), 30 Июля 2012

Башҡортостан вәкилдәре «Гиперборея» халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашасаҡ

Людмила Терновая
Ағымдағы йылдың июнь айында үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһының йәш профсоюз лидеры–2012» республика конкурсында еңеүсе һигеҙ кеше IV «Гиперборея» халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашасаҡ. Уның сиктәрендә 3-9 августа Петрозаводск ҡалаһынан 17 километр алыҫлыҡта Лососинное күле янында профсоюз йәштәре слеты һәм «Профсоюз лидеры-2012» бөтә Рәсәй йәштәр конкурсы финалы үтә. «Гиперборея» форумында бөтә Рәсәйҙән һәм донъяның 13 иленән 16-30 йәштәрҙәге яҡынса 1000 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
VIII «Башҡортостан Республикаһының йәш профсоюз лидеры–2012» республика конкурсында еңеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Улар араһында – Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжы студенты Леонид Бабоченко, РФ дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы белгесе Рита Туҡтарова, «Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы» Башҡортостан социаль технологиялар институты вәкилдәре Регина Әминова, Лия Ғәйнетдинова, Артур Сөләймәнов, Диана Чунарева, Екатерина Данилова һәм Александр Дорофеев.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн «Яуаплы һайлау» темаһына белем биреү программаһы ҡаралған. «Гиперборея»ла «Йәш сәйәсмәндәр», «Мин - граждан», «Видеотулҡын», «Карелия волонтерҙарының йыйылма командаһы», «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы мәктәбе» һәм башҡа бик күп майҙансыҡтар, шулай уҡ «Дуҫлыҡ күперҙәре» халыҡ-ара майҙансығы эшләйәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика