Республика бейеүселәре Лондонда мәҙәни Олимпиадала сығыш яһаясаҡ
Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары 2-5 августа Лондонда Олимпиаданың Мәҙәни программаһы сиктәрендә фестивалдә сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр иттеләр ансамбль дирекцияһынан.
Фестиваль 2012 йылдың 9 сентябренә тиклем дауам итәсәк. Программала – карнавалдар, цирк тамашаһы, театр һәм опера постановкалары, фильмдар күрһәтеү һәм музыканттарҙың гала-концерты.
Лондондан беҙҙең бейеүселәр Бразилияға оса, унда улар XII Халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнаша. Сара 6 августа Риу-Гранди-ду-Сул штатының баш ҡалаһында үтә.