07:34 (UTC+5), 26 Июля 2012

Төбәктә халыҡтың артыуы күҙәтелә

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостанда йыл башынан халыҡтың артыуы күҙәтелә. Тәүге алты ай эсендә, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, тыуғандар һаны 7,7 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары 3,5 процентҡа кәмегән. Һөҙөмтәлә халыҡтың тәбиғи үҫеше 0,7 процент тәшкил итте. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм идара итеү органдарының тәүге ярты йыллыҡҡа эш һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте.
Шулай уҡ республикала эшкә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары 8,2 процентҡа кәмегән.
– Республикала ауырыуҙар һаны 1,8 процентҡа кәмегән. Кешеләр туберкулез, наркомания, токсикомания, венерик ауырыуҙар һәм йоғошло тире ауырыуҙары менән әҙерәк ауырый башланы. Дөйөм ауырыуҙар структураһында тәүге өс урында тын алыу ағзалары, ҡан йөрөшө системаһы һәм аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары тора, - тип һөйләне БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика