12:18 (UTC+5), 25 Июля 2012

Республикала 46 мең сабый балалар баҡсаһына путевка көтә

Розалия Вәлиева
— 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына путевка алыуға 1,5-6 йәштәрҙәге 46 мең бала сиратта тора, - тине «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында БР Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү секторы мөдире Светлана Денисова.
Йәш ата-әсәләр бала тыуғас та сиратҡа торорға тейеш. Бының өсөн аҙнаһына ике тапҡыр район мәғариф бүлектәрендә граждандар ҡабул ителә. Сиратҡа тороу ғаризаһын хәҙер Мәғариф идаралығы порталында ла бирергә була. Бында заявкалар йыл әйләнәһенә ҡабул ителә.
— Бала баҡсаларының һаны йылдан йыл артасаҡ, - тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – 2012 йылда ғына ун учреждение төҙөү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү системаһында 229 учреждение һәм 4 башланғыс белем биреү мәктәп-бала баҡсаһы иҫәпләнә. Ғәмәлдәге бала баҡсаларын реконструкциялау, яңыларын төҙөү, биналарҙы ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлек дауам итә. 2013 йылға проектлау-тикшереү эштәре башланды. Яңы бала баҡсалары Киров районында, Дим, Шакша, Инорс биҫтәләрендә һәм Максимовка ҡасабаһында төҙөләсәк. Былтыр бала баҡсаларында урындар һаны 1310-ға артты: биш яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды. Әлеге ваҡытта Өфөнөң бала баҡсаларына путевка алыуға 17793 кеше сиратта тора. Быйыл 11 меңдән ашыу путевка биреү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика