Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-1 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2012, 12:14
Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы рәйесе «Ижтимағи электрон гәзит» уҡысыларының һорауҙарына яуап бирә
25 июлдә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Альмира Солтанованың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн
i-gazeta.com
сайтынан
видеотрансляция
«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Альмира Солтанованың интернет-берләшмә менән аралашыуы
«Ижтимағи электрон гәзит»
сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы
видеоотчет
биреләсәк.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
онлайн-конференциялар
ижтимағи электрон гәзит
Читайте нас