14:22 (UTC+5), 25 Июля 2012

26 июлдә Өфөлә ике маршрут буйынса автоуҙыш старт ала

Әлфиә Шәрәфетдинова
26-31 июлдә Башҡортостанда «Салют, Еңеү!» автоуҙышы үтә. Йәштәр акцияһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуға һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәрен булдырыуға 82 йыл тулыуға арнала, тип хәбәр иттеләр сараны ойоштороусылар. Автоуҙышты республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге ойоштора.
Автоуҙыш Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондары буйлап ике маршрут буйынса үтә. Беренсеһе Өфө, Белорет, Учалы, Асҡар, Сибай, Аҡъяр, Йылайыр, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡты үҙ эсенә алһа, икенсеһенең юлы Өфө, Благовещен, Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан, Мәсәғүт, Оло Ыҡтамаҡ, Байҡыбаш, Асҡын, Иҫке Балтас, Борай, Яңауыл, Нефтекама, Ағиҙел, Дүртөйлө, Кушнаренко буйлап үтә. Һанап үтелгән ҡала һәм ауылдарҙа автоуҙышта ҡатнашыусылар мотлаҡ туҡтап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашасаҡ. Ике маршруттың да старты һәм финишы - Өфөлә.
Акцияла ҡатнашыуға Башҡортостанда йәшәүсе, һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы, спорт һәм туристик яҡтан әҙерлекле балиғ булған кешеләр саҡырыла. Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарына, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусыларға, хәрби-патриотик клубтар ағзаларына өҫтөнлөк бирелә. Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 60 кешенән дә артмаҫҡа тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика