10:13 (UTC+5), 24 Июля 2012

Башҡортостандың полиция хеҙмәткәрҙәре оҙайлы командировканан ҡайтты

Әлим Фәйезов | фото: Айгөл Шәкүрова
Көн элгәре Өфөгә Башҡортостандың 88 полиция хеҙмәткәре әйләнеп ҡайтты, улар ярты йыл дауамында Төньяҡ Кавказ территорияһында ауыр хеҙмәт бурысын үтәгән. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәртип һағында тороусылар ярты йыл эсендә юлдарҙа ун меңләп машинаны тикшергән, эҙләнгән автомобилдәрҙе асыҡлаған. Улар шулай уҡ йөҙ грамм самаһы наркотиктар тартып алған, суд органдарынан ҡасып йөрөгән бер нисә кешене тотҡан. Эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың полиция хеҙмәткәрҙәре почетлы икенсе урынға лайыҡ булған.
— Был беренсе, ауыр командировка. Унда башҡа төрлө йолалар, ҡанундар, әммә алты ай көсөргәнешле һәм уңышлы үтте, - тип һөйләне баш ҡаланың патруль-пост хеҙмәте инспекторы, полиция майоры Рөстәм Сәйфуллин. – Өйҙә беҙҙе балалар, ғаилә, ата-әсәләр көтә, тигән уй көн һайын күңелде йылытты - ә был иң мөһиме.
Имен-аман әйләнеп ҡайтҡан полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алырға һәм ҡотларға БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге килде. Республиканың эске эштәр министры полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә уңышлы хеҙмәт өсөн наградалар тапшырҙы.
— Һеҙ тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәре тигән юғары исемде раҫланығыҙ һәм алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәнегеҙ, - тине генерал Закомалдин, тәртип һағында тороусыларҙы сәләмләп. – Республика етәкселеге исеменән һеҙгә лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика