04:53 (UTC+5), 20 Июля 2012

Рөстәм Хәмитов 2012 йылғы Йәйге халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыусы өфөлөләрҙе ҡотланы

Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин
— Беренсенән, барығыҙҙы ла бындай ҙур ярыштарҙа ҡатнашыуығыҙ менән ҡотлайым. Был юғары кимәл. Һәм, әлбиттә, айырыуса наградалар яулаған спортсыларҙы ҡотлайым, - тине Көньяҡ Кореяла үткән 46-сы Йәйге халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов.
Осрашыу кесе йома, 19 июлдә, Республика йортонда үтте. Уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары республика башлығынан тәбрикләү һүҙҙәрен ишетте.
Дэгу ҡалаһында үткән әлеге чемпионат спорт ареналарында донъяның 35 иленән мең ярымдан ашыу спортсыны йыйҙы. Ярыштар программаһына ете спорт төрө индерелде, өфөлөләр уларҙың дүртәүһендә (теннис, йөҙөү, еңел атлетика һәм тхэквондо) ҡатнашты.
Йөҙөү һәм йүгереү буйынса яҡташтарыбыҙ ун иң яҡшы спортсы иҫәбенә инде, теннис буйынса Софья Доброневская һәм Эльвира Ғәлиева дуэты дүртенсе булды.
Ә бына тхэквондо буйынса беҙҙекеләр наградаларҙың бөтә төрөн яуланы: Айҙар Усманов һәм Эльвина Хәкимова - «алтын», Эвелина Мосабирова - «көмөш», Иван Кортунов «бронза» алды.
— Һеҙҙең уңыштарығыҙға ҡарап, башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа спорт менән шөғөлләнеп, секцияларға йөрөй башлай, - тине Рөстәм Зәки улы.
Президент уҡыусыларҙан ҡышҡы спорт төрҙәренең уларға ни тиклем яҡын булыуын һорашып, уларҙың, 2013 йылда Өфөлә үтәсәк Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашып, шулай уҡ миҙалдар яулай аласағын билдәләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, IV Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары беҙҙең ҡалала 2013 йылдың 26 февралендә старт ала. Бөгөн Өфө был уйындарҙы ҡаршы алырға әүҙем әҙерләнә. Спорт объекттары төҙөлә һәм реконструкциялана, ҡаланың транспорт инфраструктураһы яңыртыла. Өфөнөң тренировкалар үткәреү базаларында йәш спортсылар ныҡлы әҙерләнә. Һәм Көньяҡ Кореяла үткән Уйындарҙа ҡатнашыу балалар һәм уларҙың тренерҙары өсөн баһалап бөткөһөҙ тәжрибә бирҙе, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов осрашыу барышында.
Балалар сәфәрҙән алған тәҫьораттары менән бүлеште, ярыштар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Өфө ҡалаһына Дэгула тапшырылған Халыҡ-ара уйындарҙың флагы ла тәҡдим ителде. Эстафетаны ҡабул иттек – 2013 йылғы Уйындарға әҙерләнәбеҙ!
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика