Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2012, 16:23

Өфөлә Халыҡ-ара шахмат көнө билдәләнәсәк

Өфөнөң И.Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында кесе йома, 19 июлдә, Халыҡ-ара шахмат көнөнә арналған саралар үтә.
Байрамды Ваня 89,0 FM радиоһы ярҙамында Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге үткәрә. Программала – викторина, шахмат һәм шашка буйынса турнирҙар.
Халыҡ-ара шахмат көнө бөтә донъяла 1966 йылдан башлап 20 июль көнө билдәләнә. Был байрам Бөтә донъя шахмат федерацияһы ҡарары буйынса үткәрелә.
Сара 19 сәғәттә башлана.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас