07:53 (UTC+5), 19 Июля 2012

Бөгөн ҡояш батыу менән мосолмандар Рамаҙан айын ҡаршы аласаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
19 июлдә ҡояш батыу менән бөтә донъя мосолмандары Рамаҙан айын ҡаршы аласаҡ. Башҡортостан мәсеттәрендә ошо айҙа ғына башҡарылыусы тәүге коллектив намаҙҙар башланасаҡ. Дин тотоусылар 20 июлдән, йоманан, ураҙа тота башлай.
Рамаҙан мосолмандар өсөн иң мөһим һәм абруйлы ай һанала. Ай дауамында ураҙа тотола: хаҡ мосолмандар көн яҡтыһында ашауҙан, эсеүҙән, интим мөнәсәбәттәрҙән баш тарта. Ҡояш байыу менән ифтар башҡарыла. Ауыҙ асыуға башҡа мосолмандар менән бергә ултырыу яҡшыраҡ. Күбеһенсә был ғәмәл мәсеттәрҙә башҡарыла. Таң алдынан мосолмандар тағы ашарға тейеш, сөнки уларға көн дауамында етерлек көс һәм энергия тупларға кәрәк.
Ураҙа тотоуҙың төп маҡсаты – Аллаһы Тәғәләгә ышанысты нығытыу, йәшәү рәүешеңә, өҫтөнлөклө һанаған нәмәләргә икенсе күҙлектән ҡарау, уларҙы ҡайтанан баһалау, рухи үҫеш. Дин тотоусылар өсөн Ураҙа – тыйылған ғәмәлдәрҙән йырағыраҡ тороу мөмкинлеге, рухи һәм физик яҡтан таҙарыныу, үҙең өсөн ысын тормош ҡиммәттәрен билдәләү ул.
Ураҙа – исламдың биш нигеҙ ташының береһе (Аллаһы Тәғәләнең берәү булыуына ышаныу, намаҙ, зәҡәт һәм Мәккәгә хаж ҡылыу менән бергә).
Сәхәр сәйе эсеү, ауыҙ асыу ваҡытын теүәл белһендәр өсөн, намаҙ, сәхәр һәм ифтар ваҡыты күрһәтелгән махсус календарҙар әҙерләнгән.
Изге айҙың тәүге ун көнө ураҙа тотоусыларға Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен, шәфҡәтен бирә, ә икенсе ун көнө гонаһтарҙан таҙарта, ә өсөнсөһө Тамуҡ утынан ҡотҡара, тип иҫәпләнә. Бынан тыш, был аралағы һәйбәт ғәмәлдәр өсөн изгелектәр үҙеңә өсләтә әйләнеп ҡайта. Был айҙа Ҡәҙер төнө була – яҡынса Рамаҙан айының 27-е төнө. Быйыл ул 15 авгусҡа ҡарай төнгә тап килә.
Мосолмандар ай дауамында мөмкин тиклем күберәк изге эштәр башҡарырға, хәйер таратырға, Ҡөрьән уҡырға, ҡунаҡтар саҡырырға, дин тотҡан ҡәрҙәштәренә йөрөргә, күмәкләп намаҙ уҡырға тырыша.
Изге ай дауамында һәр мосолман ярлылар һәм мохтаждарға фитр саҙаҡаһы түләргә бурыслы. Сәләмәтлеге арҡаһында ураҙа тота алмағандарға һәр ураҙа көнө өсөн фиҙиә бирергә кәрәк.
Рамаҙан айы һәм ураҙа тотоу Ураҙа байрамы менән тамамлана. Был көн Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителгән. Был көндө хаҡ мосолмандар мәсеттәргә йыйыла, байрам намаҙы уҡый, байрам ашы ашай. Быйыл Ураҙа байрамы йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә 19 һәм 20 август байрам көндәре тип иғлан ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика