06:19 (UTC+5), 19 Июля 2012

46-сы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары миҙалсылары ҡайтты

Дмитрий Слезин
19 июлдә Өфөгә 46-сы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар әйләнеп ҡайтты. Ярыштар Көньяҡ Кореяның Дэгу ҡалаһында үтте. Рәсәй исеменән Тула һәм Өфө ҡалалары спортсылары сығыш яһаны. Тула футболсылары ил өсөн «алтын» яуланы.
Өфө йыйылма командаһына баш ҡаланың спорт мәктәптәренән 18 уҡыусы, шулай уҡ уларҙың тренерҙары инде.
Башҡортостан спортсылары теннис, еңел атлетика, йөҙөү һәм тхэквондо буйынса призлы урындар өсөн көс һынашты. Әммә файтерҙар ғына миҙалдар яулай алды. Айҙар Усманов (ауырлыҡ категорияһы – 40 кг) һәм Эльвина Хәкимова (40 кг) чемпион булды, Эвелина Мосабирова (50 кг) - «көмөш», Иван Кортунов (50 кг) - «бронза» яуланы.
Аэропортта миҙалсыларҙы туғандары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө хакимиәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡаршы алды.
Спортсыларҙан тыш, Көньяҡ Кореяла үткән уйындарҙан БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр составындағы делегация ҡайтты.
Ярыштар тамамланғас, Өфө спортсыларына тантаналы рәүештә Халыҡ-ара балалар уйындарының флагы тапшырылды: Башҡортостан баш ҡалаһында 2013 йылдың февралендә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика