16:55 (UTC+5), 18 Июля 2012

Сираттағы Рәсәй философтары конгресы Өфөлә үтәсәк

Әлим Фәйезов
Етенсе Рәсәй философтары конгресы 2015 йылда Өфөлә үтәсәк. Бындай ҡарар Түбәнге Новгородта тамамланған алтынсы Рәсәй философтары конгресында ҡабул ителде. Өфө Владивосток һәм Санкт-Петербург менән конкурентлыҡ итте, әммә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй философтары йәмғиәте Президиумына ебәрелгән хаты һәм профессор Баязит Ғәлимовтың сығышы беҙҙең республиканы һайларға булышлыҡ итте. Конресс Рәсәйҙең милли республикаһында тәүгә үткәреләсәк.
Үткән форумда Башҡортостан үҙен лайыҡлы күрһәтте – конгресс материалдарында 90 автор, форум эшендә 30 ҡатнашыусы, конгрестың төп секцияларында 4 етәксе – БДУ профессорҙары Александр Кудряшов, Аркадий Лукьянов, Ғәфүр Сәлихов, Сергей Семенов.
Шулай уҡ Рәсәй философтары конгресында беренсе тапҡыр илдең бер төбәгендә - Башҡортостан Республикаһында философияны үҫтереү буйынса махсус ултырыш үтте.
— Сираттағы Рәсәй философтары конгресын Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеү республиканың философия мәктәбе, фән һәм мәҙәниәтенең юғары абруйын күрһәтә. Шуға күрә, алдағы өс йылға Өфө Рәсәйҙең «философия баш ҡалаһы»на әүереләсәк, - тип был ҡарарға комментарий бирҙе философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика