Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2012, 15:38

Иглин районында 45 йәшлек ҡатын батып үлгән

Үткән тәүлектә республикала һыуҙа бер бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән, унда 45 йәшлек ҡатын һәләк булған. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан хәбәр иттеләр.
Был осраҡ Иглин районының Петрово-Федоровка ауылы янында булған. Иглин ауылында йәшәүсе ҡатын һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында батып үлгән. Асыҡланыуынса, ул иҫерек хәлдә булған.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас