07:06 (UTC+5), 16 Июля 2012

Төбәк башлығы Белорет халҡын яңы бала баҡсаһы асылыу менән ҡотланы

Эльмира Сабирова, Ольга Колесникова
Белорет ҡалаһында 220 сабыйға иҫәпләнгән «Ынйыҡай» бала баҡсаһы асылды. Был ваҡиға менән ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
— Белореттың ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күрәм. Тормошобоҙ ҙа беҙ бер-беребеҙгә ярҙам иткәнгә күрә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, - тип билдәләне республика башлығы. – Бөгөн бала баҡсаһы асылды, ә бындай ваҡиға һуңғы тапҡыр Белоретта 21 йыл элек булған. Шуға күрә бөгөн беҙҙә ысын байрам.
Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә һәм урындағы хакимиәткә барлыҡ эштәрҙе ваҡытында башҡарғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Ҡалала йыл аҙағынаса – йәнә бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, ә киләһе йылда яңы мәктәп асыла, тип белдерҙе Президент.
— Бөгөн Белорет ерендә бер нисә шатлыҡлы байрам сараһы үтә. Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы иғлан ителгән осорҙа был ваҡиға айырыуса мөһим. «Ынйыҡай» бала баҡсаһы үҙенең исемен аҡлай һәм уны Белоретта иң яҡшыларҙың береһе тип атарға була, - тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов.
Ул республика етәкселегенә, шулай уҡ «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәренә күрһәткән ярҙамдары өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Артабан Рөстәм Хәмитов яңы бинаның йоҡо, уйын бүлмәләре, медицина кабинеты, туҡланыу блогы, биләмәһе менән танышты.
Бала баҡсаһында 12 төркөм эшләйәсәк. Беренсе ҡатта бассейн бар. Бинаның дөйөм майҙаны – 3650 квадрат метр.
Бөгөнгө көндә Белорет ҡалаһы һәм районында 34 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй. Бала баҡсаларына сират – 1024 сабый, был мәктәпкәсә йәштәге балалар һанының 12,8 процентын тәшкил итә. Яңы бала баҡсаһы сиратты кәметергә һәм яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика