Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2012, 19:10
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты китап әҙерләй
Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ошондай уҡ исемле китап әҙерләй. Был ваҡиға Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратын ҡайтанан тергеҙеүгә 20 йыл тулыуға арнала, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Баҫмаға мөфтиәт тарихы, төҙөлөшө, президиумы, уҡыу йорттары, район мөхтәсибәттәре, ойошма партнерҙары һәм уның эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт индереләсәк. Мәҡәләләрҙән тыш, китапта фотоматериалдар ҙа урын аласаҡ.
Баҫманы нәшергә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф һәм тышҡы бәйләнештәр мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов әҙерләй. Китап Ислам мәҙәниәтенә, фәненә һәм мәғарифына ярҙам фондының матди ярҙамында донъя күрәсәк.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
мосолмандарҙың диниә назараты
Читайте нас